Онота алмам [Onota almam] lyrics
Songs
2024-11-07 17:54:50
Онота алмам [Onota almam] lyrics
Һин ҡояшым, һин йондоҙом,
Һин шатлығым булғанһың бит
Хәҙер генә мин аңланым
Бәхетемә тыуғанһың бит
Ниңә йыраҡлаштың һуң хин
Ниңә өҙөлдө аралар
Яуапһыҙ ҡала шул был һорауҙар
Мин бит һине бер ҡасан
Онота алмам, онота алмам
Йылмайыуың, көлөүең
Хәтерҙә ҡалған, күңелдә ҡалған (2x)
Һин йөрәктә, һин күңелдә,
Һин сыҡмайһың уйҙарымдан
Үпкәләттем микән әллә
Ниңэ киттең яндарымдан
Ҡояшым һин ҡайҙа булдың
Күҙ алдымдан һин юғалдың
Билдәһеҙлектә тороп ҡалдым
- Artist:Elvin Grey