State Anthem of the Republic of Bashkortostan - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны [Başqortostan Respublikahınıñ Däwlät gimnı] [Japanese translation]
Songs
2024-12-17 01:41:06
State Anthem of the Republic of Bashkortostan - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны [Başqortostan Respublikahınıñ Däwlät gimnı] [Japanese translation]
Беренсе куплет:
Башҡортостан, һин һөйөклө ғәзиз ер,
Халҡыбыҙҙың изге Ватаны.
Сал Уралдан ҡалҡа бар тарафҡа
Тыуған илдең тыныс ал таңы.
Ҡушымта:
Дан һиңә, Башҡортостан!
Илен һөйгән азат халҡыңа дан!
Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә
Сәскә ат, Башҡортостан!
Икенсе куплет:
Башҡортостан, һин хөрмәтле данлы ил,
Еңеү яулап алға бараһың.
Киләсәккә яҡты нур-моң сәсә
Һинең ғорур рухлы байрағың.
Ҡушымта
Өсөнсө куплет:
Республикам, йондоҙ булып балҡы һин,
Күкрәп йәшә, гүзәл илебеҙ.
Тыуған ерҙә һүнмәҫ усағыбыҙ,
Тыуған телдә тынмаҫ йырыбыҙ.
Ҡушымта